Дим буйҙары
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2022, 09:45

Һоло кеҫәле

Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бауыр һәм бөйөр өсөн бик файҙалы. Ул бауыр үтендәге һәм һейҙек ҡыуығындағы таштарҙы ваҡлай, ҡанда холестиринды кәметә. Һоло көс бирә, энергияны арттыра, депрессиянан ярҙам итә. 

Һоло кеҫәле
Һоло кеҫәле

Һоло кеҫәле былай эшләнә: 

* 1 стакан һоло ярмаһы 

* 5 стакан һыу алына. 

Һолоно һыуға һалып, шыйыҡ кеҫәл ҡуйылығында булғансы ҡайнатабыҙ. 

Унан тәүге күләсенә еткәнсе һөт өҫтәйбеҙ. Йәнә һүрән утта ҡайнатабыҙ. 

Ҡайнап сыҡҡас һыуытырға ултыртабыҙ. Йылымыс хәлгә ингәс, 4 аш ҡалағы бал (әҙерәк тә мөмкин) ҡушабыҙ. 

Был кеҫәлде көн дауамында ашай алған тиклем ашағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

hakmar.ru

Һоло кеҫәле
Һоло кеҫәле
Автор:
Читайте нас: