

“Экология именлеге” милли проектын (национальный проект “Экологическое благополучие”) ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһының ҡушылдыҡтары булған һыу ятҡылыҡтарына 18 мең самаһы уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
Балыҡ селбәрәһе Һарытау өлкәһенән килтерелгән һәм Бөрө районының Яңы Бурны ауылы эргәһендәге быуала акклиматизация үткән. Балыҡтарҙы ебәреү “Росрыболовство”ның Волга-Кама территориаль идаралығы, “Главрыбвод” идаралығының Кама-Урал филиалы һәм республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре контроле аҫтында үткәрелә.
– Уҡбалыҡты ебәреү процесы балыҡ тотоу, ташыу һәм тәбиғи йәшәү мөхитенә яраҡлашыу кеүек ҡатмарлы этаптарҙы үҙ эсенә ала. УБалыҡтар өсөн уңай аҙыҡ базаһын һәм оптималь гидрологик шарттарҙы иҫәпкә алып, был һыу объекты уҡбалыҡ популяцияһының уңышлы үҫеше һәм үрсеүе өсөн идеаль мөхит булып тора, — тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө район-ара хайуандар донъяһын һаҡлау хеҙмәте баш белгес-эксперты Евгений Глинкин.
“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.