

«Ферровит» – япраҡтар һарғайыуҙан сара.
«Актара» һәм «Конфидор» – үрмәкес талпанына, беткә, колорадо ҡортона ҡаршы.
«Семпай» – кәбеҫтә бете (белянка), япраҡ («листоверток» һәм «пилильщик») ҡорттарынан.
«Раек», «Скор» – алмағас ҡутырынан, күгәреүҙән һәм сәскәләрҙәге аҡ ҡуныҡтан (мучнистая роса).
«Профит», «Голд», «Ордан», «Хом» – фитофтороздан.
«Превикур», «Триходерма» – фузариоздан (үҫемлектәрҙә бәшмәк ауырыуы) һәм тамыр сереүҙән.
«Циркон» – насар шарттарҙа ла тамырланыуҙы яҡшыртыусы препарат.
«Эпин» – ашығыс ярҙам осраҡтары өсөн, дөйөм адаптоген.
«Цитовит» – микроэлементтарҙан торған тамырҙан тыш туҡландырғыс.
«Силиплант», «НВ-101» – үҫемлектәрҙең иммунитетын күтәреүсе кремнийлы препарат.
«Корневин» – сыбыҡсалар, үҫентеләрҙе тамырландырыу өсөн.
«Землин» – тупраҡтағы ҡоротҡостар: ҡаты ҡорт (проволочник), кишер менән һуған бете, май ҡуңыҙына ҡаршы.
«Хорус» – алмағас ҡутырынан, сейә коккомикозынан (был ауырыуҙан сейә ҡыуағы тулыһынса зарарлана: япрағы, емеше, ботағы), крыжовникта онсыл ысыҡтан (мучнистая роса).ң