Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Общие статьи
4 Июля , 09:07

Радий Хәбиров яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжында булды

4 июлдә Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иҫке Уртай ауылындағы Дүртөйлө күп профилле колледжында булды.

Радий Хәбиров яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжында булдыРадий Хәбиров яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжында булды
Радий Хәбиров яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжында булды

Төбәк етәксеһе капиталь ремонт башҡарылған уҡыу корпусын ҡараны һәм заманса белем биреү инфраструктураһы менән танышты.

Колледж директоры Ришат Гәрәев учреждениеның матди-техник базаһын үҫтереү тураһында һөйләне. Республика Башлығы автоматлаштырыу зонаһында, навигация системаларын ремонтлау, производство күрһәткестәрен контролдә тотоу һәм иҫәпләү буйынса уҡыу майҙансыҡтарында, химик анализ лабораторияһында, электр монтажлау оҫтаханаһында һәм ашханала булды. Радий Хәбировты шулай уҡ агродрон ҡоролмаһы эше менән таныштырҙылар.

2025 йылда колледж базаһында «Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләү инновацион үҙәге» урта һөнәри белем биреү кластеры асылған. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә булдырылған белем биреү майҙансығын үҫтереүгә 171,5 миллион һум йүнәлткәндәр.

Учреждениела заманса йыһазландырылған 14 махсус зона эшләй. Студенттарҙы уҡытыу өсөн роботлаштырылған һауыу системалары, агродрондар, спутник навигацияһы комплекстары, VR-тренажерҙар һатып алғандар, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһы полигоны булдырылған. Быларҙың барыһы ла буласаҡ белгестәргә алдынғы предприятиелар ҡулланған ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнеү һәм ихтыяж ҙур булған һөнәрҙәрҙе үҙләштереү мөмкинлеген бирә.

Колледж башҡа федераль проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша, ә студенттар даими рәүештә «Профессионалдар» һәм «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарында призлы урындар яулай.

Урта һөнәри белем биреү учреждениеларында заманса шарттар булдырыу төбәк иҡтисады өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләргә ярҙам итә, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Беҙҙә «Профессионалитет» программаһына ингән колледждар иң күбе – уға республиканың 92 уҡыу йортоноң 35-е йәлеп ителгән. Улар етди үҙгәрә, – тине Башҡортостан Башлығы. – Колледждарҙы яңыртыу буйынса эште туҡтатмайбыҙ, бының өсөн республика средстволары йүнәлтәбеҙ. Мәктәп уҡыусыларының 62 проценты 9 кластан һуң колледждарға бара һәм һуңынан эшкә урынлаша, шуға күрә һөнәри белем биреүҙе үҫтереү – беҙҙең стратегия, ошо рәүешле төбәк предприятиеларын хеҙмәт ресурстары менән тәьмин итәбеҙ. Һәм иң мөһиме – йәштәр бөгөнгө шарттарҙа көнүҙәк булған, ысынлап та кәрәкле һөнәрҙәргә эйә була.
Сығанаҡ: ye102.ru
Радий Хәбиров яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжында булды
Радий Хәбиров яңыртылған Дүртөйлө күп профилле колледжында булды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас