Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
9 Июля , 11:19

Яҡташыбыҙ велосипедта Төньяҡ Боҙло океанға сәйәхәткә юлланған

Ксения Салазановаға 2000 километр юл үтергә кәрәк.

Яҡташыбыҙ велосипедта Төньяҡ Боҙло океанға сәйәхәткә юлланғанЯҡташыбыҙ велосипедта Төньяҡ Боҙло океанға сәйәхәткә юлланған
Яҡташыбыҙ велосипедта Төньяҡ Боҙло океанға сәйәхәткә юлланған

Өфөнән тәжрибәле велосәйәхәтсе Ксения Салазанова Төньяҡ Боҙло океанға юлланған. Кисә маршрутҡа сыҡҡан яҡташыбыҙ Бөрөгә барып еткән. Юлда ҡыйыу ҡыҙ палаткала ҡуна йәки үҙенең таныштарында туҡтай. Старт урыны – Валериан Альбанов исемендәге музей. Ксения һөйләүенсә, Архангельск өлкәһенең Северодвинск ҡалаһына тиклем маршрутҡа уны танылған яҡташыбыҙҙың тарихы илһамландырған.

«Маҡсат: Төньяҡ Боҙло океанды күреү, һауаһын һулау. Төньяҡҡа юл тотам! Юлдың дөйөм оҙонлоғо – яҡынса 2000 саҡрым. Алдан бер нәмә лә әйтә алмайым, үҙемдең көсөмә, мөмкинлектәремә ҡарайым», — тип яҙҙы велосәйәхәтсе үҙенең телеграм-каналында.

Өфөгә Ксения Вологда аша поезд менән ҡайтырға уйлай.

Әйткәндәй, спортсы алыҫ маршрутҡа беренсе тапҡыр ғына сыҡмай. Мәҫәлән, былтыр ул Сахалин буйлап (утрауҙың төньяғынан Көньяҡ Сахалин ҡалаһына тиклем) 840 километр юл үткән.

Башинформ. 

Яҡташыбыҙ велосипедта Төньяҡ Боҙло океанға сәйәхәткә юлланған
Яҡташыбыҙ велосипедта Төньяҡ Боҙло океанға сәйәхәткә юлланған
Автор:
Читайте нас