Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июля , 04:16

Еләк бәлеше

Йома көнөндә таба еҫе сығарып алайыҡ

Еләк бәлешеЕләк бәлеше
Еләк бәлеше

Ҡамыр өсөн:
o 200 г магазин ҡаймағы
o 300-400 мл кефир (йә әсегән һөт)
o 1 балғалаҡ сода
o 0,5 балғалаҡ тоҙ
o 1 аш ҡалағы шәкәр
o 2 аш ҡалағы көнбағыш майы
o он

Эслек өсөн:
o емеш-еләк (еләк, ҡарағат, сейә һ.б.) – 400-500 г
o шәкәр (тәм буйынса) – 5-6 аш ҡалағы
o аҡ май, йә ауыл ҡаймағы (2-3 аш ҡалағы)

Әҙерләү:
1. Ҡаймаҡ, кефир, шәкәр һәм үҫемлек майын бергә ҡушып туғығыҙ. Самалап тоҙ ҡушығыҙ. Ондо иләк аша үткәреп, сода ҡушып болғатығыҙ. Шыйыҡ массаға өҫтәй барып, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ, 20-25 минутлап ял бирегеҙ.
2. Ҡамырҙы икегә бүлегеҙ. Һәр өлөштө уртаса ҡалынлыҡта йәйегеҙ. Беренсе йәймәне иркен табаға һалығыҙ. Өҫтөнә шәкәр ҡушылған еләкте тигеҙләп сығығыҙ. Еләк өҫтөнә май киҫәктәре, йә ауыл ҡаймағы һалырға онотмағыҙ. Эслекте ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплап, ситтәрен матур итеп тоташтырығыҙ. Теләһәгеҙ, бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылағыҙ.
3. Еләк бәлешен 180°C градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерегеҙ. Әҙер бәлеште таҫмал менән ҡаплағыҙ. Бер аҙ һыуынғанын көтөп алһағыҙ, эсендәге һуты яҡшылап һеңеп өлгөрөр. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

https://vk.com/club200468637 

Еләк бәлеше
Еләк бәлеше
Автор:
Читайте нас