

Быйыл комендант сәғәте йәйге осорҙа (1 майҙан 30 сентябргә тиклем) 23:00 сәғәттән 06:00 сәғәткә тиклем тәшкил итә.
Рейд барышында билдәләнгән ваҡытҡа тиклем осраған балалар менән бер нисә әңгәмә үткәргән. Шуныһы ҡыуаныслы - үҫмерҙәрҙең күбеһе быны аңлап ҡабул итә. Улар ҡағиҙәләрҙе белә, әңгәмәләшә һәм конфликтлы хәлдәр тыуҙырмай. Әммә рейд һөҙөмтәләре буйынса ата-әсәләргә мөрәжәғәт итергә теләйбеҙ.
Үҫмерлек осоро - ул үҙ-үҙеңде эҙләү ваҡыты, өлкән һәм үҙаллы булыу теләге йыш ҡына һаҡлыҡ тойғоһонан өҫтөн тора. Әммә бер ниндәй һөйләшеүҙәр ҙә төп контролде һәм ғаилә ҡатнашлығын алмаштыра алмай.
Балаларҙың төндә урамда йөрөүе буйынса билдәләнгән сикләүҙәр формаль кенә түгел. Әгәр бала билдәләнгән ваҡыттан һуң урамда тотола икән, ата-әсәләр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уларға протокол төҙөлә һәм административ штраф һалына.
Был ҡануни сара балаларыбыҙҙы хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлау өсөн булдырылған. Шуға күрә ышандырырлыҡ үтенес:
- Балаларығыҙҙың ҡайҙалығын һәм кем менән ваҡыт үткәргәндәрен белегеҙ.
- Баланың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең һәм комендант сәғәте мөһимлеген аңлауына инанығыҙ.
- Өйҙән ситтә булғанда бәйләнештә тороғоҙ.
https://vk.ru/club167347159