

Октябрьскийға Башҡортостандың ете районынан 100-ҙән артыҡ табип, шәфҡәт туташы һәм белгес йыйылды.
Ике көнгә йәмле «Спартак» спорт-сәламәтләндереү комплексы ысын мәғәнәһендә палаткалы ҡаласыҡҡа әүерелде. Ак халаттарҙы спорт кейемдәренә алыштырҡан хеҙмәттәштәр үзләрен төрлө яҡлап һынаны:
- тиҙлеккә спорт эстафеталары;
- палатка ҡороу һәм усаҡ яғыу буйынса оҫталыҡ;
- тирә-йүнде ориентлашыу һәм саптарҙа уҙышыу;
- ғәҙәттән тыш шарттарда беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләре;
- ижади конкурс.
Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланғайны. Командалар республикабыҙҙа йәшәүсе рус, татар, башҡорт, чуваш, мари һәм сыуаш һ.б. халыҡтарҙың милли кейемдәрен кейеп, йыр-бейеүҙә лә, уйындарҙа ла көс һынашты.
«Команда, халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлыҡ» — слёттың төп темаһы бына шуғак йүнәлтелгәйне. Маҡсат үтәлде: һаҡлыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһындағы дуҫтарса бәйләнештәр нығынды.
Ете команда араһында беҙҙең «Бижпаттар» командаһы сыуаш мәҙәниәтенең матурлығын һәм үҙенсәлеген күрһәтте. Шәфҡәт туташы Наилә Әлмөхәмәтова һәм Егоровка ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Лилиә Владимирова ҡунаҡтар өсөн сыуаш милли ризыҡтарын тәмле һәм эсемлектәрен әҙерләне! Ә кисен юмор, музыка һәм милли колорит менән һуғырылған «Сыуаштарҙың Йәшерен ордены» ижади номерын тәҡдим итте.
Бишбүләк район үҙәк район дауаханаһының коллективы ижади конкурста 3-сө урын яуланы.
https://vk.ru/bizhbulikcrb?z=photo-212710208_457243722%2Fwall-212710208_338