Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 22:57

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, тиҙәр “Айыҡ ауыл- 2023” конкурсында ҡатнашыусы ҡаныҡайҙар.

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булған хозур тәбиғәтле Ҡаныҡайҙа  татыу, эшһөйәр, үҙ тарихын һәм йолаларын хөрмәт иткән халыҡ йәшәй. Бында йыш ҡына төрлө саралар уҙғарылып тора, мәҫәлән, 2018 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, район кимәлендәге “Балаҫтарҙа – йәйғор төҫө” кеүек байрамдар үтте, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы конкурстарҙа ла ҡатнаша ауыл халҡы.  

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәс тә, ҡаныҡайҙар “беҙ ҙә ҡатнашабыҙ” тип хәл итә. Шуға ярашлы, ойошма комитеты төҙөлөп, пландар ҡабул ителгән, төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелеп тора. Республика конкурсына ярашлы ойошторолған әлеге “Самауырҙар йырлаһын - халҡым моңо тынмаһын” байрамы ла йәше-ҡартын ауылдың мәҙәниәт йорто янына йыйҙы.  

Алдан әйтеүҙәренсә, ауылыбыҙҙағы барлыҡ урамдар берләштерелеп, өс төркөмгә бүленгәнгәйне: Үҙәк (+Шахмат) урамы, Йәштәр (+Камчатка) һәм Коммунист (+Минзилә), һәм әйтергә кәрәк, быға етди әҙерлек алып барылды. Һәр урам милли ризыҡтар әҙерләп, самауырҙар ҡайнатып  ҡунаҡтар һыйларға әҙерләнде. Был йәһәттән Ҡаныҡай ауылы алтын ҡуллы, егәрле хужабикәләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Өҫтәлдәрҙә, кем әйтмешләй, күгәрсен һөтө генә юҡ ине: балан ләүеше, ҡыҫтыбый, бәлеш, бауырһаҡ, урама, ҡоймаҡ, ҡорот, ҡыҙыл эремсек кеүек милли ризыҡтарҙан тыш, тултырма, ҡаҙылыҡ, итле бәлеш, торт, ҡаҡ, бал һ.б. Һый-ниғмәтте ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәлдәргә теҙһә, ир-егеттәр самауыр ҡайнатыу менән мәшғүл булды.

Байрам йәме булған ҙур, бәләкәс, биҙәкле, еҙ һәм заманса самауырҙар һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте, рәттә хатта сувенир ағас самауырҙы ла күрергә була ине. Ҡоймаға эленгән аҫалы балаҫтар, сигеүле-ҡайыулы һөлгөләр, мендәр тыштары, бәйләнгән шәл, урындыҡ япмалары иһә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә маһир икәнлеген дәлилләй ине.

Байрамға муниципаль район хәкимиәтенән һәм Бәләбәй районының делегацияһының килеүе үҙе бер биҙәк булды. Уларҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң “Бөрлөгән” фольклор ансамбле йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алғандан һуң, Бикҡол ауыл Советы хәкимиәте башлығы Ришат Нуриман улы Әхмәтшин һәммәһен дә сәләмләп үтте:

- Бөгөн беҙҙә оло байрам. 2011 йылда башлап Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы иницитиваһы буйынса “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан ителгәйне. Ҡаныҡайҙар был бәйгелә район этабында еңеп сыҡты. Әлеге байрамға ауыл тормошона битараф булмаған ҡаныҡайҙар йыйылды. Ошо йыйын ниндәйҙер акция кеүек кенә булып ҡалмаһын ине, ә киләсәктә лә сәләмәт тормошто пропагандалауға, айыҡлыҡҡа өндәгән эштәр күберәк башҡарылһын ине, - тине ул, үҙенең сығышында халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.

Артабан ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе, урындағы “Ағинәйҙәр” төркөмө етәксеһе Әминә Миңдеғәли ҡыҙы халҡыбыҙҙың сәй эсеү  йолаһы.менән таныштырып үтте.

- Эйе, бөгөн беҙ изге байрамға йыйылдыҡ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ рәхәтләнеп самауыр сәйен эскән. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап–тәмләп эсергә яратҡандар, - тип, һәр кемде сәйҙән, һый-ниғмәттән ауыҙ итергә һәм күңел асырға саҡырҙы...

Ләйлә Ғүмәрова.

Мәҡәләне тулыһынса “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡығыҙ.

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: