Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль 2023, 19:04

Бөрйән урамында - аҡ айыу

“Бөрйәндә айыуҙар урамда йөрөй, тигәндәренә иҫ тә китмәй беҙҙең, шулай бит. Тик... көпә-көндөҙ район үҙәгендә...

Бөрйән урамында - аҡ айыу
Бөрйән урамында - аҡ айыу

“Бөрйәндә айыуҙар урамда йөрөй, тигәндәренә иҫ тә китмәй беҙҙең, шулай бит. Тик... көпә-көндөҙ район үҙәгендә, Ағиҙел буйында йөрөп ятҡан аҡ айыуҙы күреп, ҡот ҡалманы былай. Ҡайҙан килеп сыҡҡан икән? Беҙ, ни, урамда йөрөгән ҡара-һоро айыуҙарға ғына өйрәнгәнбеҙ бит инде. Улар урамда йөрөп ятһа ла, иҫебеҙ ҙә китмәй эргәләренән үтеп китәбеҙ, ивет)))

Баҡтиһәң, Рәхмәтуллиндарҙыҡы икән теге аҡ айыу. Бәләкәйҙән алып ҡайтып үҫтергәндәрме, әллә ҡәҙимге Бөрйән айыуын буяп алғандармы – уныһы ҡараңғы.

Өйрәтелгән айыу, тиҙәр, кешегә теймәй, ти, былай. Балаларҙы ла, ололарҙы ла тыуған көндәре менән ҡотлай, сәскәләр алып бара, ти. Бейей ҙә белә икән! Вәт!” - тип яҙҙы һәм күңелле генә видео менән дә уртаҡлашты Бөрйән районының “Таң” гәзитендәге коллегаларыбыҙ.

Заказ буйынса ошондай айыу йәки башҡа төрлө йәнлек саҡыртып, яҡын кешеләрен тыуған көндәре менән ҡотлап, сюрприз яһау хәҙер һәр төбәктә тиерлек тарала бара. Улар хатта иң төпкөл ауылдарға юлланырға ла йыбанмай. Күптән түгел Баймаҡ районының бер ауылына ла ошондай аҡ айыу барып сыҡҡан. Себерҙә эшләгән улы үҙенсәлекле итеп әсәһен ҡотлап, бүләк тапшырыуҙы һораған. Иртә менән килеп, бикле ҡапҡа аша инә алмағас, “аҡ айыу” баҡсаға төшөп, тәҙрә ҡаҡҡан. Тәҙрәнән ҡарап торған айыуҙы күреп, әбекәйҙең ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер...

Фото: видеонан скриншот.

https://bashgazet.ru

Бөрйән урамында - аҡ айыу
Бөрйән урамында - аҡ айыу
Автор:
Читайте нас: