Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бергә, hәм был — беҙҙең көсөбөҙ

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән изге акцияға Айыт мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды.

Беҙ бергә, hәм был — беҙҙең көсөбөҙ
Беҙ бергә, hәм был — беҙҙең көсөбөҙ

2022 йылдың 24 февралендә күптәрҙең тормошо «уға ҡәҙәр» hәм «унан  һуң»ға бүленде. Азатлыҡ hәм бәйһеҙлек, нацизмһыҙ бәхетле киләсәк өсөн көрәштә Рәсәй алғы планға сыҡты. Беҙҙең атайҙабыҙ, ағайҙарыбыҙ, улдарыбыҙ hәм таныштарыбыҙ Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашырға китте. Беҙ бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Беҙҙең һалдаттарҙы хәстәрләүселәр күп. Бөтә ил буйынса кешеләр ярҙам итeр өсөн берләшә hәм махсус хәрби операцияла беҙҙең ҡатнашыусыларға ярҙам итә. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе лә был мөһим саранан ситтә ҡалмай. Беҙ йыш ҡына үҙ һалдаттарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам әҙерләүгә ҡушылабыҙ.

Февраль айында 2-се класта «Yҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» тигән акция уҙҙы. Ата-әсәләр hәм балалар акцияла ҡатнашырға саҡырыуҙы йылы ҡабул итте. Аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре менән бер рәттән, посылкаға коллектив хаттар hәм балаларҙың рәсемдәре лә һалынды. Беҙ егеттәргә өйҙәренән хәбәр алыу рәхәт булыр, тип ышанабыҙ. Уларҙа — ярҙам, рәхмәт һүҙҙәре, ә иң мөhиме — махсус хәрби операция тиҙҙән тамамланыр, тигән өмөт. Һалдаттар хаттарҙы уҡығас, балаларыбыҙҙың ихлас күңелдән яҙған йылы хистәре уларға барып етeр, тип ышанам. Уларға был ярҙам бик мөhим. Сөнки һуғышсы нисек кенә әҙерләнгән булмаһын, уға һөжүм аҫтында булыуы барыбер ауыр. Һалдаттар уларға ярҙам итеүҙе, уларға ышаныуҙы тойорға тейеш. 2-се класс уҡыусылары «Yҙебеҙҙкелерҙе ташламайбыҙ!» акцияһының илебеҙҙәге тыныслыҡты яҡлап көнө-төнө хеҙмәт иткән һалдаттар алдында гражданлыҡ бурысыбыҙ булыуын аңлай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бөтәһен дә берләштерә алмайбыҙ, ләкин күберәк булған һайын, беҙ күберәк кешегә ярҙам итә алабыҙ. Әгәр ҙә, hәр кем ярҙам ҡулы һуҙһа —кәртәләрҙе үтеү еңел буласаҡ! Беҙ төрлө, ләкин беҙ бергә булырға тейеш, hәм был — беҙҙең көсөбөҙ!

Йәмилә НАСИРОВА,

Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.

Беҙ бергә, hәм был — беҙҙең көсөбөҙ
Беҙ бергә, hәм был — беҙҙең көсөбөҙ
Автор:
Читайте нас: