Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Март 2023, 10:59

Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда ер тетрәгән

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә...

Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда ер тетрәгән
Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда ер тетрәгән

Ташкентта һәм Үзбәкстандың башҡа төбәктәрендә ер тетрәү көслө булған. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, Ташкентта магнитуда 5 балл тәшкил иткән. Был илдең башҡа урындарында 4-тән 6 балға тиклем тирбәлгән. Зыян күреүселәр, емереклектәр тураһында хәбәр юҡ.

Ер аҫты тирбәлештәре Ҡаҙағстандың Алматы, Ҡыҙылурҙа, Ҡостанай һәм Төркөстан өлкәләрендә лә һиҙелгән. Сейсмологтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, улар 2 балл тәшкил иткән.

Ер тетрәү эпиүҙәге Алматы ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 848 саҡрым алыҫлыҡта, Афғанстан биләмәһендә, урынлашҡан, тип хәбәр итә "Казинформ" халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы, "Сейсмик күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр милли үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең "Сейсмик тәжрибә-методик экспедиция" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сайтына һылтанып.

Алдан Шымкент һәм Тараз ҡалаларында 3 баллыҡ ер тетрәү һиҙелеүе хаҡында хәбәр ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығында билдәләүҙәренсә, емереклектәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Ер һелкенеү башҡа илдәрҙә лә - Төркмәнстан, Һиндостан, Пакистан, Тажикстан, Ҡытай, Афғанстан һәм Ҡырғыҙстанда ла тойолған.

Фото: "Башинформ

bashgazet.ru

Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда ер тетрәгән
Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда ер тетрәгән
Автор:
Читайте нас: