Башҡарыласаҡ эш күләме 2022 йылға ҡарағанда 12 процентҡа күберәк. Был хаҡта коллегияның киңәйтелгән ултырышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итә.
- Шул иҫәптән «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 802 метр дөйөм оҙонлоҡтағы биш күперҙә эштәр планлаштырыла, - ти Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. - Эштәр төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында Өсән, Ағиҙел, Сөн, Кама һәм Йүрүҙән йылғалары аша урынлашҡан күперҙәрҙә башҡарыласаҡ. Бынан тыш, 2023 йылда 980 километрҙан ашыу юл селтәрен ремонтлау һәм 30 километрлап яңы юлдар төҙөү планлаштырыла.
Белешмә:
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты Рәсәй Транспорт министрлығы тарафынан «2030 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурстары тураһында»Президент Указы ҡарарҙарын үтәү маҡсатында эшләнгән. Милли проект масштабы бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан тыш) һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша.