Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Апрель 2023, 14:55

Тағы ла 10 индустриаль парк барлыҡҡа киләсәк

“Дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлек өлкәһендәге проекттарҙы арттырабыҙ. 2022 йылда ундай проекттар һаны 60-ҡа етте, ә инвестициялар күләме – 90 миллиард һум самаһы”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сығышында.

Докладта билдәләнеүенсә, сәнәғәт инфарструктураһы йылдам үҫешә. Башҡортостан индустриаль парктар һәм технопарктар һаны буйынса тәүге өс төбәк иҫәбендә.

“Хәҙерге мәлдә дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлек сиктәрендә тағы ла 10 индустриаль парк булдырыу мәсьәләһе тикшерелә”, – тине Премьер-министр.

Дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлек механизмы тураһында депутаттар алдында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ентекләберәк һөйләне.

“Бөгөн дөйөм суммаһы 10 миллиард һумдан ашыу булған тағы ла биш башланғыс бар, һуңғы ике йылда республика ошондай проекттар һанын ғәмәлдә ике тапҡырға арттырҙы. Былтыр ғына ла 41 миллиард һумлыҡ ете концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды”, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: