Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

4 майҙа Өфөлә II “Яҡташлыҡ көсө" (Сила землячества) республика форумы үтә

Бында "Айыҡ ауыл" еңеүселәре билдәле буласаҡ. 

4 майҙа Өфөлә II “Яҡташлыҡ көсө" (Сила землячества) республика форумы үтә
4 майҙа Өфөлә II “Яҡташлыҡ көсө" (Сила землячества) республика форумы үтә

4 майҙа Өфөлә II “Яҡташлыҡ көсө" (Сила землячества) республика форумы үтәсәк. 2021 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала “Атайсал” проекты старт алғайны. Ошо ике йыл эсендә ул үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Һәм бөгөн дә республика кешеләрен изге эштәр аша берләштереүен дауам итә.

Бөгөн “Атайсал” порталында 4600 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙан 18000 ғариза килгән. Быйылғы йылдың 1 майына ҡарата 16,5 мең проект тулы кимәлдә тормошҡа ашырылған. Бының өсөн меценаттар 1,2 миллиард һумдан күберәк аҡса йүнәлткән.

“Яҡташлыҡ көсө” форумы – “Атайсал” проектына тәүге һөҙөмтәләр яһау майҙансығы. Ул шулай уҡ үҙенең бәләкәй тыуған ере – Атайсалын үҫтереүгә аҡсаһын, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән битараф булмаған яҡташтарға рәхмәт әйтеү өсөн дә үткәрелә. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк булдырыуҙа ярҙам иткән меңдән ашыу яҡташ, меценаттар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, рухиниҙар ҙа ҡатнаша. Бынан тыш, форумға республиканан ситтә йәшәп тә, Башҡортостанды башҡа төбәктәрҙә алға ебәреү һәм танытыу өсөн компетенциялары һәм тәжрибәһе булған билдәле яҡташтар саҡырыла. Программаға секция эштәре лә индерелгән, түңәрәк өҫтәл форматында төрлө йүнәлештәр буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ.

Ойоштороусылар “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса “Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре” күргәҙмәһен әҙерләй. Шулай уҡ “Башҡортостан тауарҙары – үҙебеҙ етештерәбеҙ!” билдәһе аҫтында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тауарҙары күргәҙмә-һатыуы ойошторола.

Форумдың кульминацияһы булып “Атайсал” проекты ҡатнашыусыларын бүләкләгән пленар ултырыш буласаҡ. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” еңеүселәрен дә ошо сара барышында әйтәсәктәр.

https://bashgazet.ru

4 майҙа Өфөлә II “Яҡташлыҡ көсө" (Сила землячества) республика форумы үтә
4 майҙа Өфөлә II “Яҡташлыҡ көсө" (Сила землячества) республика форумы үтә
Автор:
Читайте нас: