Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үткәүел төндә лә күренә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында төп урамдарҙа урынлашҡан үткәүелдәр төндә лә күренһен өсөн яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла. 

Үткәүел төндә лә күренә
Үткәүел төндә лә күренә

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные и качественные дороги) милли проекты сиктәрендә сираттағы, дүртенсе ошондай объект күптән түгел Артем һәм Ибраһимов урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килде.

Бындай үткәүелдең үҙенсәлеге шунда: водитель уттары тоҡанған «Йәйәүлеләр үткәүеле» билдәһен һәм кәрәкле юл өлөшөндә үткәүел һүрәтен сағылдырған диодлы яҡтыртҡыстарҙы күрә. Шулай итеп, рулдә килеүсе йәйәүлене көндөҙгө һымаҡ йыраҡтан күреп өлгөрә. Үҙ сиратында юлды үтеүсе лә үҙен күпкә хәүефһеҙерәк тоя.

Ғәмәлдә бындай объекттар күберәк социаль объекттарға яҡын ерҙә урынлаштырыла. Мәҫәлән, быға тиклем “4-се йорт идаралығы” туҡталышы янында, Хоҙайбирҙин урамында һәм 17-се мәктәп янында ҡуйылды.

Әйткәндәй, ошондай уҡ объект Өфөлә лә бар – улар Блюхер урамы һәм Көньяҡ тыҡрығында урынлаштырылған. Быйыл иһә баш ҡаланың Ғафури урамында ла ҡуйыу планлаштырыла.

Әйткәндәй, проект Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы башҡарыла. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты илдең 84 төбәгендә тормошҡа ашырыла.

bashgazet.ru

 

 

Үткәүел төндә лә күренә
Үткәүел төндә лә күренә
Автор:
Читайте нас: