Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаһарманлыҡ дәресе

Ҡаныҡай урта мәктәбендә махсус мобилизацияла булған яугир менән осрашыу үтте. 

Ҡаһарманлыҡ дәресе
Ҡаһарманлыҡ дәресе

5 майҙа Ҡаныҡай урта мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78-йыллығы уңайынан тантаналы митинг үтте. Был мөһим сараға бөгөнгө көндә махсус мобилизацияла булған Әсфәндиәров Д.Ш. саҡырылғайны.

Рөстәм Сәфәрғәлиев етәкселегендә уҙған «Беҙҙең ауыл геройҙары» тигән ҡаһарманлыҡ дәресендә  уҡыусылар СВО-нан ялға ҡайтҡан һалдатҡа төрлө һорауҙар бирҙе. Улар һуғыш барышы, ҡоралланыу тураһында ғына түгел, ә яугирҙәрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре менән дә ҡыҙыҡһынды.

Денис - беҙҙең заман геройы — үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, яҡындарының һәм башҡа бик күп ватандаштарыбыҙҙың именлеге хаҡына бындай аҙымға барыуын телгә алды.
Ҡаһарманлыҡ дәрестәренең роле баһалап бөткөһөҙ, беҙ тарихыбыҙға ихтирам уятып, йәш быуынды ата-бабаларыбыҙ һәм бөгөнгө заман геройҙары өлөгөһөндә тәрбиәләйбеҙ.
Осрашыу һуңында, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар хөрмәтенә сәскәләр һалынды һәм улар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

#Бишбүләк районы “Вектор” Йәштәр үҙәге

Ҡаһарманлыҡ дәресе
Ҡаһарманлыҡ дәресе
Ҡаһарманлыҡ дәресе
Ҡаһарманлыҡ дәресе
Автор:
Читайте нас: