– Былтыр халыҡҡа 750 мең кубометр ағас бирелгән, шуның яртыһы – торлаҡ төҙөлөшө өсөн, был дүрт меңдән ашыу гражданға ярҙам күрһәтелгән тигән һүҙ, – тине Андрей Назаров. – 2022 йылда йорт төҙөлөшө өсөн 224 өйө янған кеше һәм 936 ғаилә ағас алған.
Андрей Назаров былтыр ғәмәлгә индерелгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн өҫтәмә социаль ярҙам сараларына иғтибарҙы йүнәлтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығына республикабыҙҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары менән берлектә халыҡҡа был тәңгәлдә тулы мәғлүмәт еткерергә, айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә көслө иғтибар бүлергә саҡырҙы.
Фото: belizvest.ru
https://bashgazet.ru