Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәр янында хәҙер “Чубайс” та бар

М.Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре бер көсөктө эйәләштергән һәм уға Чубайс» тигән ҡушамат биргән.  

Яугирҙәр янында хәҙер “Чубайс” та бар
Яугирҙәр янында хәҙер “Чубайс” та бар

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны хәрбиҙәре бер көсөктө үҙҙәренә эйәләштергән. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына «Башҡорт батальоны» телеграм-каналынан билдәле булыуынса, уның ҡушаматы «Чубайс». «Борода» ҡушаматлы яугир «Чубайс» менән бергә фотоға төшкән.

Был Башҡортостан хәрбиҙәре махсус хәрби операция зонаһында хайуандар тураһында хәстәрлек күргән тәүге осраҡ түгел. Бынан алдараҡ мобилизацияланған яҡташыбыҙ этте гуманитар ярҙам килтергән ылау менән үҙенең тыуған яғына ҡайтарып ебәргәйне. Хәҙер илдең яңы биләмәләрендә уның мәнфәғәттәрен яҡлаған яугирҙе туғандары ғына түгел, дүрт аяҡлы дуҫы ла  көтә.

Ә былтыр бер подразделениеға ҡара бесәй килгән. Ир-егеттәр уға Еңеүгә ышаныс билдәһе итеп Донбасс тигән ҡушамат биргән.

https://www.bashinform.ru

Яугирҙәр янында хәҙер “Чубайс” та бар
Яугирҙәр янында хәҙер “Чубайс” та бар
Автор:
Читайте нас в