Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә сентябрь айында йәнә ҙур сара көтөлә

Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Совет майҙанында Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл балалар уйындары индустрияһы форумы үтәсәк. Уны йыл һайын уҙғарыу күҙаллана.

Өфөлә сентябрь айында йәнә ҙур сара көтөлә
Өфөлә сентябрь айында йәнә ҙур сара көтөлә

Дүшәмбе, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров сентябрь уртаһында Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһының беренсе форумы уҙасағын хәбәр итте. Форумды йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла.

- Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ. Партнер булып сығыш яһаһындар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация ла эшлекле өлөш тә була. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙ идеологиябыҙҙы үткәрергә, илебеҙ, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. Быға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым, - тине Башҡортостан Башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-28 майҙа Өфөлә беренсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә сентябрь айында йәнә ҙур сара көтөлә
Өфөлә сентябрь айында йәнә ҙур сара көтөлә
Автор:
Читайте нас: