Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйында 172,5 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйы Рәсәйҙең 14 төбәгенән 3300 ҡатнашыусыны йыйҙы. Форумдың эшендә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Һиндостан, Иран, Италия, Тажикстан һәм Беларусь делегациялары ҡатнашты.

«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйында 172,5 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды
«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйында 172,5 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

«Инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе, уңайлы бизнес-мөхит булдырыу алымдары, экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу темаларына фекер алыштыҡ. Ҡунаҡтарҙы һоҡланғыс республикабыҙҙың мәҙәни һәм аш-һыу йолалары менән таныштырҙыҡ,  — тине Андрей Назаров. — Форум майҙансығында дөйөм суммаһы 172,5 миллиард һумлыҡ 32 килешеү төҙөнөк».

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры һүҙҙәренсә, «Урал аръяғы» юбилей инвестиция һабантуйы санкция баҫымы көсәйгән шарттарҙа уҙҙы, ләкин был уға Рәсәй генә түгел, сит ил компанияларының да иғтибарын йәлеп итергә ҡамасауламаны.

«Пленар ултырыш барышында форумдың сайтына хакерҙар һөжүме беҙҙең сараның сифат билдәһе булып тора, — тип өҫтәне ул. — Бөгөн республика үҫеш өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлектәргә эйә, инвестициялар күләменең йыл һайын артыуы шуны раҫлай».

«Башинформ» 26 майҙа хәбәр иткәнсә, һуңғы дүрт йылда Урал аръяғында инвестиция күләме 82 миллиард һумдан ашҡан. 200 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Уҙған йылда ғына 87-һе тамамланған.

Әһәмиәтле проекттар араһында — Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса «Цемикс» компанияһы заводын сафҡа индереү. Уның эшенә Рәсәй президенты Владимир Путин старт бирҙе. Шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының — Үҙйылға ятҡылығын эшкәртеү, «Учалы элеваторы» компанияһының ашлыҡ киптереү комплексын яңыртыу проекттары.

https://www.bashinform.ru

«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйында 172,5 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды
«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйында 172,5 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: