Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Ысын байрамға әйләнде

Өфөлә "1000 велосипедсы көнө"ндә 25 мең кеше ҡатнаштыӨфөлә "1000 велосипедсы көнө"ндә 25 мең кеше ҡатнашты

Ысын байрамға әйләндеЫсын байрамға әйләнде
Ысын байрамға әйләнде

Быйыл «1000 сы көнө» үҙенең ун ике йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр традицион дөйөм велоуҙыштан түгел, ә профессиональ велоуҙышсылар һәм һәүәҫкәрҙәр араһында ярыштарҙан башланды.

15 саҡрымға ярыш Башҡортостандың иң көслө спортсыларын йыйҙы. Масс-стартта һәм индивидуаль ярыштар Октябрь проспектының юл өлөшө буйлап уҙҙы.

"1000 велосипедсы" ярышы һөҙөмтәләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ольга Кондратенко еңеү яуланы. Ир-аттар араһында иң етеҙе Данил Конотоп булды.

Велоколоннаны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский, шулай уҡ велоспорт буынса республика Олимпия резервы спортсылары етәкләне.

Фото: bashinform.ru

Ысын байрамға әйләнде
Ысын байрамға әйләнде
Автор:
Читайте нас