Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәйкәл яңыртылды

Тәтешле районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, легендар йырсы Хәниә Фәрхигә яңыртылып ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы үтте.

Һәйкәл яңыртылды
Һәйкәл яңыртылды

Ҡоролманы былтыр йырсының тыуған көнөндә асҡайнылар. Авторы ­– скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Ҡоролма район хакимиәте, эшҡыуарҙар һәм халыҡ аҡсаһы иҫәбенә эшләнгән. Әммә ҡайһы бер төҙәтеүҙәр кәрәклеге хаҡында әйтелгәс, һәйкәл яңыртылды.

Билдәле булыуынса, Хәниә Фәрхи 57 йәшендә вафат булды. Ҡазанда ерләнгән. Уның исеме менән Үрге Тәтешле ауылында урам аталған. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уға арналған экспозиция залы асылған.

Йырҙары менән халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк Тәтешленең данлы ҡыҙы бөгөн йәнә тыуған еренә ҡайтты, ти яҡташтары.

Фото: Тәтешле районының "Бәйләнештә"ге төркөмө.

https://bashgazet.ru

Һәйкәл яңыртылды
Һәйкәл яңыртылды
Автор:
Читайте нас: