

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2025-2026 йылдарҙа эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсияны йылына ике тапҡыр индексациялау тәҡдимен индерҙе. Был хаҡта РБК Социаль фондтың 2024 йылға һәм 2025-2026 йылдарҙың план осорона бюджет проектына һылтанма менән хәбәр итә.
Пенсияны 2024 йылдың 1 ғинуарынан 5,3% арттырыу планлаштырыла, шул рәүешле страховка пенсияһының уртаса күләме 22 772 һумға еткерелә. 2025 йылдың 1 февраленән уны 4%, ә 1 апрелдән тағы ла 3,8% индексациялайҙар. Пенсияның уртаса күләме 24 120 һумға тиклем арта.
2026 йылда 1 февралдән уны — 4%, ә 1 апрелдән 2 ,8% индексациялағандан һуң, түләүҙең күләме 25 690 һум була.
Хеҙмәт министрлығы бер үк ваҡытта страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе лә арттырырға тәҡдим итә. 2024 йылдың 1 ғинуарынан ул — 7968,4 һумға, 2024 йылдың 1 февраленән — 8287,14 һумға һәм 1 апрелдән 8602,05 һумға еткерелә. 2025 йылда 1 февралдән билдәләнгән түләү — 8946,13 һум, ә 1 апрелдән иһә 9196,62 һум булыр тип көтөлә.