Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле

Ҡасҡында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үтте

Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәлеЙәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле
Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле

Йәй миҙгеле осрашыу күрешеүҙәр менән дә йәмле. Һәр кемгә бала сағы үткән, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған тыуған ауылы ҡәҙерле. Бөгөн Ҡасҡын ауылында күптән көткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы шаулап-гөрләп үтте.

Йәмле Дим буйында уҙған байрамға ошо ауылда йәшәүселәр, тыуған ерҙәрен һағынып ҡайтҡандар һәм күрше-тирә ауылдарҙан да байтаҡ халыҡ йыйылғайны.  Иркен ялан-ҡырҙар буйлап яңғыраған көй-моңдар, Дим ярында ҡоролған тирмәләр, бер рәткә теҙелеп киткән күргәҙмәләр алыҫтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә ине.    

Сәхнә түренән ағылған күңелле көйҙәр, милли күлдәкле башҡорт ҡыҙҙарының сығышы ("Умырзая" фольклор ансамбле, етәксеһе З.Таран) халыҡты сәхнә янына тупланы. Байрамды, ғәҙәттәгесә, урындағы етәксе - Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы хәкимәте башлығы Р.Р.Ниғмәтйәнов асып, һәммәһенә лә байрам кәйефе, күңелле ял минуттары теләне.                      

Ҡасҡын ауылының тарихы 1883 йылға барып тоташа. Һәр төбәк кеүек, репрессия, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ауыл тормошонда эҙһеҙ үтмәй. Был осорҙа халыҡ һаны ҡырҡа кәмей. Шулай ҙа тормоштар бер аҙ көйләнгәс, тамырҙары менән ошо ергә ереккән кешеләр тыуған төйәгендә арымай-талмай эшләй. Тыумышы менән ошо ауылдан булған Бишбүләк районы муниципаль хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Амур улы Ғәлиев ауылдың үткәне һәм ошондағы ауыл хужалығын үҫтереүгә бар көсөн һалған хеҙмәтсәндәрҙең һәр ҡайһыһын исемләп телгә алды.

Йәмле Дим буйында үткән матур көндең дә йәмен тойоп, йәше-ҡарты кинәнеп күңел асты, төрлө уйындарҙа теләп ҡатнашты, ни тиһәң дә, һуңғы тапҡыр һанбантуйҙа был төбәктә тиҫтә йыл элек булған. Бала-саға ауыш бағанаға менеп ҡараны, күҙ бәйләп приздар алып ҡыуанды. Әүәлгесә милли көрәштә бил бирмәгән батырҙар келәмгә сыҡты, юртаҡтар сабышын хәҙер инде заман техникалары ҡыҫырыҡлай, мотоблоктар ярышын халыҡ мауығып күҙәтте. Бәйге һөҙөмтәләре һәм башҡалар тураһында “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡығыҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВа,

автор фотолары 

Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле
Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле
Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле
Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле
Йәй – осрашыуҙар, аралашыуҙар мәле
Автор:Гумерова Л
Читайте нас