+28 °С
Болотло


Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары иркен тәҙрәләрҙе ялтыратҡансы һөрттө, стеналар иһә йыуғандан һуң, балауыҙҙай төҫ алды. Эш барышында туҙан һыуыртҡыс та ҡулланылды, һепертке-сепрәктәр ҙә файҙаланылды. Ауылдың өлкән кешеләренең береһе - Люция апай Мырҙаханова бындай саранан ситтә ҡалмай, был юлы ул мәсетте йыуыусыларға йылы һыу ташып торҙо. Саң-туҙан беленеп торған бина, ҡатын-ҡыҙҙар ҡул тейгәндән һуң, ялт итеп ҡалды. Был сауаплы эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотолары.