Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
3 Сентябрь 2023, 14:16

Сөгөлдөрҙән икра

Ҡышҡылыҡҡа сөгөлдөрҙән икра - иң тәмле салаттарҙың береһе. Ялдарҙа бер нисә банка икра ла эшләп ҡуяйыҡ...

Сөгөлдөрҙән икра
Сөгөлдөрҙән икра

2 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 80 мл 9% аш һеркәһе, 80 грамм шәкәр, 300 грамм үҫемлек майы, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 әсе борос, бер нисә хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп кәрәк була. Тәрән табала йә ҡаҙанда майҙы ҡыҙҙырабыҙ ҙа шаҡмаҡлап туралған һуғанды өҫтәйбеҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе һалып, ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Бер нисә минуттан ит турағыстан үткәрелгән помидор менән әсе борос ҡатнашмаһын ҡоябыҙ ҙа 10 минут самаһы бешерәбеҙ. Аҙаҡ ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр өҫтәйбеҙ. Унан аш һеркәһе ҡойоп, шәкәр, тоҙ, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, ҡоро укроп һалып, тағы ла яҡшылап болғатабыҙ һәм сәғәт ярымға бешерергә ҡуябыҙ. Болғатып торорға онотмайбыҙ. Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас, иҙелгән һарымһаҡты ла өҫтәп, стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябып, әйләндереп, һыуынғансы йылы юрған менән ҡаплап ултыртабыҙ. Һыуынғас, баҙға йә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

https://hakmar.ru

Сөгөлдөрҙән икра
Сөгөлдөрҙән икра
Автор:
Читайте нас: