Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Сентябрь 2023, 11:19

Өфөләге кампус төҙөүҙә яңы башланғыс

Туҡай урамындағы элекке Киров исемендәге заводты һүтеү башланды, ул Өфө фән һәм технологияләр университеты корпусы төҙөү менән бәйле.  

Өфөләге кампус төҙөүҙә яңы башланғыс
Өфөләге кампус төҙөүҙә яңы башланғыс

Был Евразия НОЦының Вуз-ара студенттар кампусын төҙөү этаптарының береһе. Кампус инде төҙөлгән объекттарҙы (IQ-парк бинаһы) реконструкциялауҙан һәм яңыларын төҙөүҙән ғибәрәт буласаҡ. Демонтаж процесы студенттарҙы уҡытыуға бер нисек тә йоғонто яһай алмаясаҡ.

- Һаҡланыу сараларын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү сәбәпле, беҙҙең тарафтан гуманитар корпус студенттарын дистанцион уҡыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлеге форматҡа Иҡтисад, идара һәм бизнес институты, Тәбиғәт һәм кеше институты, Тарих һәм дәүләт идараһы институты, Психология һәм педагогиканың юғары мәктәбе, философия һәм социология юғары мәктәбе күсәсәк, - тип белдерә УУНиТ ректоры Вадим Захаров.

Майҙансыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре нигеҙендә әйләндереп алынған. Демонтажды 30 октябргә ҡәҙәр тамамларға планлаштыралар. Хәҙер эштәр 110 мең квадрат метр майҙады II сират объектында алып барыла. Улар үҙ эсенә тораҡ корпустарҙан һәм радиаль стилобат өлөштән торған төп бинанан үҙәк боҗра төҙөүҙе кертәләр. Һуңғыһында аудитория-лаборатория блогы урынлашасаҡ. Ер өҫтө үткәүеле уҡыу корпустарын тоташтырасаҡ, унда эске рекреация киңлектәре булған кескәй генә ҡаласыҡ буласаҡ.

Иҫкәртәбеҙ, Өфөлә бөтә донъя дәрәҗәһендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге юғары уҡыу йорттары араһында кампус төҙөлөшө тулы көсөнә бара. Проекттың беренсе этабын 2023 йылда тамамлау планлаштырыла, ә Кампустың икенсе ҡатын 2025 йыл аҙағына ҡәҙәр тапшырасаҡтар. Төҙөлә торған объекттарҙың дөйөм майҙаны 146 мең квадрат метр тәшкил итәсәк проект бизнесты, фәнде һәм алдынғы белемде йәлеп итеү һәм интеграциялау майҙансығы буласаҡ.

kiziltan.ru

Өфөләге кампус төҙөүҙә яңы башланғыс
Өфөләге кампус төҙөүҙә яңы башланғыс
Автор:
Читайте нас: