+28 °С
Болотло


Макулатура йыйыу 15 ноябргә тиклем дауам итә.
Ул “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Республика халҡы был юлы яңғыҙы йәки команда менән макулатура йыйыуҙа беренселек өсөн көрәшәсәк. Бының өсөн бумбатл.рф. сайтында теркәлергә кәрәк. Бынан тыш, акция нигеҙендә вуздарҙа, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында экодәрестәр һәм лекциялар үткәреү планлаштырыла. Темаһы – сүп-сарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү.
Былтырғы йылда Башҡортостанда 16,78 тонна макулатура йыйылғайны.
https://bashgazet.ru