Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Декабрь 2023, 14:06

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

“Иң яҡшы һөнәрсе – 2023” республика конкурсында ҡатнашҡан Илсинә Хисмәтова диплом менән бүләкләнгән

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

3 декабрь көндө Һөнәрҙәр аҙналығына йомғаҡ яһалды. «ВК - «ЭКСПО» майҙансығында «Иң яҡшы һөнәрсе - 2023» республика конкурсы еңеүселәренә грамоталар һәм дипломдар тапшырылды. Башҡорт халҡының матди мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән конкурсҡа 137 оҫтанан 600-ҙән ашыу ҡул эше килгән. Һөнәрҙәр аҙналығы күргәҙмә-йәрминкә экспозицияһында илдең 10 төбәгенән һәм республиканың 18 районынан 200-ҙән ашыу оҫта һәм һөнәрсе ҡатнашты. Финалға 277 эше булған 108 һөнәрсе үтте, 60 оҫта, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге йәш оҫталар еңеүсе булды.

Шулай уҡ Һөнәрҙәр аҙналығында эшлекле программа, «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-йәрминкәһе, һөнәрселек һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре, «Волга буйы» күргәҙмә-йәрминкәһе, шулай уҡ һөнәрселек һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Еңеүселәрҙе Вадим Үтәшев, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры бүләкләне.

         Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеүҙән һуң, финалға үтеү айҡанлы ҡул эштәрем күргәҙмәгә оҙатылды, аҙаҡ үҙем дә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булдым. Сарала ҡатнашыуыма шатмын, күргәҙмәлә башҡа һөнәрселәрҙең эштәрен күрергә, һөнәрселәр менән аралашып күрешеп ҡайтырға насип булды. Ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә уртаҡлашыу, мастер-класстар, артабан ниндәй йүнәлештә эште дауам итеү өсөн мөмкинлектәрҙе асыҡлау буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған ине. Күргәҙмәләр иҫ китмәле матур, нәзәҡәтле, һоҡланғыс, ошо матурлыҡтарҙы тыуҙырыусы шул тиклем талантлы кешеләргә хайран ҡалып ҡайтырға тура килде.

         Был конкурста мин башҡорт милли биҙәүестәре йүнәлеше буйынса ҡатнаштым.  Мин унда үҙемдең эштәремде – түшелдерек (һаҡал), ҡашмау, уҡаиҙеү, һарауыс, көмбәҙ, бер нисә түбәтәй, камзул һәм боронғо башҡорт милли күлдәге алып барҙым. Биҙәүестәр үткән йылдарҙа ла эшләнһә лә, быйылғы йыл, ысынлап та, уңыштарға бай булды тип әйтер инем. Үткән йыл милли биҙәүестәр тегеү буйынса һөнәрсе Гөлсөм Хөсәйенованың оҫталыҡ дәрестәрендә булып, уның менән танышыуҙан һуң, артабан ул етәкләгән “Хан ҡыҙы” марафондарынан һуң эшләнгән эштәр бихисап булды, белемдәрҙе үҫтереп, бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп башҡарылған эштәр, ысынлап та, дөрөҫ һәм матур, зауыҡлы ла була. Даими рәүештә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып торабыҙ, Фәнүзә Аллағолова, Гөлнара Шафиҡова, Айгөл Сәйфетдинова, Айгөл Ғәлиева, Миңлеғол һәм Рөстәм Дәүләтовтар һәм, әлбиттә, Гөлсөм Хөсәйенова кеүек талантлы, эшһөйәр, яғымлы һөнәрселәрҙән өйрәнеп эшләйбеҙ. Ошондай матур сараны ойоштороусыларға, жюри ағзаларына һәм башҡаларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Финалға үтеүем һәм диплом менән бүләкләнеүемә шатмын.

Артабан да башҡорт милли кейеменә, биҙәүестәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, көндәлек тормошҡа индереү, үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙгә иғтибарҙы арттырыу маҡсаты буйынса эшләргә ниәтләйбеҙ. “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигәндәй, ысынлап та, беҙҙең халыҡтың борондан килгән кейемдәре, биҙәүестәре матур ҙа, зауыҡлы ла, уңайлы ла. Һөйөнөп һәм ғорурланып кейергә генә ҡала.

Илсинә ХИСМӘТОВА,

Бишбүләк мәҙәниәт Һарайының башҡорт түңәрәге етәксеһе.

 

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Автор:
Читайте нас: