Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Декабрь 2023, 11:50

Һәр кемдең ярҙамы мөhим

Дүсән ауылы ирекмәндәре алғы һыҙыҡта тороусыларға ҙур ярҙам күрһәтә

Һәр кемдең ярҙамы мөhим
Һәр кемдең ярҙамы мөhим

Маскировка селтәрҙәре һуғышсыларҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы hәм башҡа мөhим объекттарҙы йәшереү өсөн киң ҡулланыла. Маскировка селтәрҙәре, ысынлап та, позицияла булған һалдаттың  ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Беҙҙең район ирекмәндәре хәҙер алғы һыҙыҡта тороусыларға ҙур ярҙам итә. Мәҫәлән, Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла булған һуғышсылар өсөн маскировка селтәрҙәре үреп ебәрә. Ә кемдәр беҙҙең һуғышсылар өсөн кәрәк-яраҡтар, әйберҙәр, аҙыҡ-түлек йыя. «Аҡ ҡалфаҡ» татар төркөмө етәксеһе Рәзимә Зәйнулла ҡыҙы Ихсанова етәкселегендә бик кәрәкле маскировка селтәрҙәре етештерелә.

2022 йылдың февраленән бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Дүсән оҫталары 85 маскировка селтәре үргән, уларҙың икеһе иң ҙурыһы, 5х10 метр ҙурлыҡта. Шулай уҡ һигеҙ маскировкалы «Кикимора» халаты, 15 каска битлеге әҙерләгән. Рәзимә Зәйнулла ҡыҙы әйтеүенсә, маскировка селтәрҙәрен үреүҙә 40-тан артыҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашҡан. Ләкин улар араһында бер көн дә ҡалдырмағандар бар, hәм бөгөнгө көнгә ғәҙәр, барлыҡ йорт эштәрен ҡалдырып, һуғышсыларыбыҙ өсөн уртаҡ изгелекле эш эшләргә йүгерәләр. Флүзә  Муллахмәт ҡыҙы Әфләтунова, Хашия Таhир ҡыҙы Гәрәева, Хәния Ғайса ҡыҙы Ғатауллина, Наилә Шәфҡәт ҡыҙы Ғатауллина, Фирүзә Рәшит кызы Мотиғуллина, Флорида Әхсән ҡыҙы Нәғимова, Зәлиә Зәкәриә ҡыҙы Минебаева, Зәйтүнә Варис ҡыҙы Хөснуллина, Гөлсөм Мөхәммәт ҡыҙы Нәбиева, Светлана Тимерхан ҡыҙы  Кәлимуллина, Зөлфирә Рифҡәт ҡыҙы Хәсәнова, Гөлшат Ғәлимулла ҡыҙы Хәсәнова, Әнисә Яхъя ҡыҙы Ғәзизова, Гөлназ Госман ҡыҙы Халиҡова, Зөлфирә Зөфәр ҡыҙы Хәсәнова, Мәүлиҙә Марат ҡыҙы Зарипова, Рәйлә Рафаэль ҡыҙы Садрова — селтәргә бәйләнгән hәр сепрәк киҫәгенә айырым мәғәнә һалған ҡатын-ҡыҙҙар, сөнки был — кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыу, һуғышсыны дошмандан йәшереү мөмкинлеге.

Дүсәндәр hәр ваҡыт «Барыһы ла фронт өсөн — Бишбүләк» төркөме ирекмәндәре ойошторған барлыҡ акцияларҙа әүҙем ҡатнашырға тырыша. Күптән түгел Дүсәнгә Күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждары өсөн блиндаж шәмдәре яһауға ҡушылды.

Ауыл халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла актив ҡатнаша. Улар, шулай уҡ Дүсән ауылынан сыҡҡан кешеләр гуманитар конвой йыйыуҙа финанс ярҙамы күрһәтә. Уларҙың иң әүҙемдәре  — Иҙрис hәм Фәриҙә  Буранғоловтар, Марат hәм Наилә Ғатауллиндар, Минегөл һәм  Минсәлих Ғатауллиндар, Илфар hәм Эльвира Камаловтар, Гөлназ Халиҡова hәм уның балалары, Рәзиф hәм Зәлиә Минебаевтар, Зиләрә Кирякина hәм уның ҡыҙы Эльвира Радик ҡыҙы, Раян Ғөбәев, Зәлия Барый ҡыҙы, Зиннур hәм Тәскирә Хәсәновтар, Римма Мөхөтдинова, Зөлфиә Мирхәт ҡыҙы Камалова, Айрат hәм Гөлсимә Ноғмановтар hәм уларҙың балалары h.б. Хәнүзә Рәшит ҡыҙы Халиҡова, Мәрсиә Зәкәриә ҡыҙы Фазылова, Гөлһылыу Сәмиғулла ҡыҙы Кәримова hәм башҡалар, hәр һуғышсыға өйҙәге кеүек йылы hәм уңайлы булһын өсөн, бар йәне менән йылы ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй. Ә hәр пар йылы носкиға Гөлһылыу Сәмиғулла ҡыҙы беҙҙең егеттәребеҙгә теләктәшлек белдереп, бәләкәй генә хат һала.

Махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәребеҙ өсөн hәр эш, хатта бәләкәй генә ярҙам да мөhим. Был уларға көс бирә һәм, бәлки, уларҙың ғүмерҙәрен дә һаҡлап ҡалыр. Алғы һыҙыҡтағылар өсөн күрһәтелгән һәр ярҙам  беҙҙе дөйөм Еңеүгә яҡынайта!

Наилә СӘБӘХОВА.

Фотолар Дүсән ауылы Мәҙәниәт йортоноң рәсми битенән.

Һәр кемдең ярҙамы мөhим
Һәр кемдең ярҙамы мөhим
Һәр кемдең ярҙамы мөhим
Һәр кемдең ярҙамы мөhим
Автор:
Читайте нас: