Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Декабрь 2023, 16:27

Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә

Бикҡол ауылы халҡы махсус мобилизацияла булған яугирҙәргә Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләгән

Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә

Районыбыҙҙа макхсус мобилизацияла булғандар өсөн әленән-әле гуманитар ярҙам әҙерләп ебәрелә. Был сараға Бикҡол ауыл халҡы ла әүҙем ҡушылған. Тиҙ арала ауыл кешеләренән һалдаттар өсөн йылы кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, кондитер ризыҡтары, постель кәрәк яраҡтары йыйылған. Кемдәрҙер үҙ ҡулдары менән бәйләгән ойоҡбаш, бейәләй, йылы свитерҙар алып килһә, икенселәр үҙ хужалыҡтарынан варенье, бал һ.б. бүлешкән. Ситтә йәшәүселәр ҙә әйберҙәр йыйыуға үҙ өлөштәрен индергән.

- Бынан алда ауылдаштарҙан одеял, йылы юрғандар йыйылды, Бишбүләккә биш тоҡ итеп тапшырғайным. Ҡаныҡайҙар махсус мобилизицияла йөрөүсе яугирҙәргә тепловизор кеүек приборҙар алыу өсөн аҡса йыйғанда, беҙҙекеләр ҙә аҡсалата ярҙам итте. Шулай уҡ Алевтина Васильевна йыйған иҫәпкә лә аҡса һатыусылар бар. Был арала тағын маскировка селтәрҙәре үреүгә тотондоҡ. Был йәһәттән халыҡ ауырыраҡ ҡуҙғала, хәҙер хужалыҡта эштәр кәмене, шуға ла был изге эшкә ҡушылусылар күберәк булһа ине, - ти, Бикҡол ауылы хәкимиәте хеҙмәткәре Зилиә Рит ҡыҙы.  

Ләйлә ҒҮМӘРОВА. 

 

Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: