Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Ғинуар , 17:00

Милли баш кейеме иғтибарҙы йәлеп итә

Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостан стендын ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли баш кейеме «ҡашмау» рәүешендәге арт-объект биҙәй.

Милли баш кейеме иғтибарҙы йәлеп итә
Милли баш кейеме иғтибарҙы йәлеп итә

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, ғәҙәттә, тәңкәләр, сулпылар һәм төрлө мәрйендәр менән биҙәлә. Арт-объект рәүешендә эшләнгән ҡашмау хәҙер күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын үҙенә тартып тора.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, арт-объекттың ҙурлығы – 6-ға 3 метр. Был конструкция 45 метр ҡыҙыл туҡыманан тегелгән тышлыҡ менән ҡапланған. Сәйлән урынына 2500 шар файҙаланылған. Авторҙар әйтеүенсә, ҙур тәңкәләр һәм сулпылар эшләү өсөн махсус технология ҡулланылған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме бик күп көмөш биҙәүестәрҙән һәм ынйы-мәрйендәрҙән тора. Баш кейемдәре сағыу биҙәлеше менән айырыла. Өҫтәүенә, ҡашмау туй йолаһының төп атрибуты һанала. Уны никахтан һуң йәш кәләшкә кейҙергәндәр, йәғни, ул ир ҡатыны билдәһе булған, байрамдарға кейгәндәр. Өлкән йәштә инде ҡашмау урынына таҫтар ябынғандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында «Башҡортостандың йәнле традициялары» халыҡ ижады аҙналығы эшләй башланы. 16-21 ғинуарҙа ВДНХ-ның 75-се павильонында республиканың милли мәҙәниәте менән танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: