Дим буйҙары
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль , 08:48

Йөҙйәшәр инәй

Иглин райоынында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 102 йәш тулды

Йөҙйәшәр инәй
Йөҙйәшәр инәй

Красный Восход ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 102-се тыуған көнөн билдәләне. Был ҡыуаныслы хәбәр менән социаль селтәрнә хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова уртаҡлашты.

Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы яҡындарының һөйөүе һәм хәстәрлеге менән солғап алынған: алты балаһы, ун дүрт ейән-ейәнсәре, ун һигеҙ бүлә-бүләсәре, тыуасары бар.

«Шул тиклем һөйкөмлө, шаярта, яңылыҡтар ҡарай, сәйәси ваҡиғалар хаҡында белеп тора. Уның менән аралашҡандан һуң яңы көс-дәрт менән эшләге һәм маҡсаттарға өлгәшәһе килә. Балаларына хәстәрлек, яҡшы тәрбиә өсөн ҙур рәхмәт. Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙына һәм уның балаларына ныҡлы һаулыҡ», - тип яҙҙы Гүзәл Насирова.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң Октябрь районында йәшәгән Фәүзиә Ғәниеваның бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/

Йөҙйәшәр инәй
Йөҙйәшәр инәй
Автор:
Читайте нас: