Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә

Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө бара

Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә

Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1380-се һайлау участкаһында өсөнсө көн Рәсәй президенты өсөн тауыш биреү бара. Йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Халык берҙәмлеге менән һоҡландыра. Ил яҙмышы өсөн битараф булмаған һәр кем үҙ тауышын бирергә ашыға, шуныһы күҙгә ташланды, быйылғы һайлауҙарға тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп ине, ирле-ҡатынлы тауыш биреүселәр ҙә хәтһеҙ. Хеҙмәт ветерандары Рәсимә һәм Марсель Ғәлимовтар ҙа ил яҙмышын һәм киләсәген билдәләү өсөн үҙ тауыштарын бирҙе.

Һайлау участкаларында 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.

Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ - бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

#ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024 #Башкортостан#БашВыбор2024

Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: