Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Апрель , 13:04

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ

Бөгөнгө өмәлә Бишбүләк - Дим юлы буйында шыршы үҫентеләре ултыртылды. 

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ

Бөгөн республиканың бөтә райондарында экологик өмәләр, йәшелләндереү эштәре гөрләй. Тирә-яҡты йәмләндереү, төҙөкләндереүгә беҙҙә лә әүҙем ҡушылдылар. 

Бөгөнгө өмә ысын һабантуйҙы хәтерләтте. Иртәнге сәғәттәрҙә үк майҙанға машиналар ағыла башланы. Бында килеүселәрҙе район мәҙәниәт Һарайының ҡыҙҙары йыр-моң менән ҡаршы алды. Ағас ултыртыу акцияһына ҡушылыу өсөн төрлө предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр һ.б. килгәйне. Һәр кем ҡулында көрәк йәки биҙрә тотҡайны.

Йыйылыусылар алдында район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов сығыш яһаны. Ул ошо мөһим көн уңайынан барыһын да тәбрикләп үтте һәм яҡшы кәйеф, уңышлы көн теләне. 

- Үткән аҙнала Бишбүләктең Төньяҡ микрорайонында 8 000 төп нарат үҫентеләре ултыртылғайны. Әле иһә Михайловка урман хужалығы питомнигынан һөрөлгән ергә ултыртыу өсөн йәнә 14 000 төп нарат ағасы үҫентеләре килтерелде. Эште тиҙ арала башҡарып сығырһығыҙ тип ышанам,- тине ул.  

Күмәкләгән - яу ҡайтарған " - тигәндәй, бергәләп һөйләшә-көлөшә эшләгәс, эш тә ырап ҡына торҙо. Шифалы ямғырҙар яуып үтһә, ултыртҡан үҫентеләр тиҙ арала буйға күтәрелер. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары. 

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылдыҡ
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: