Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Башҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарыла

23-25 майҙа Әбйәлил районында үтәсәк «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция форумының һуңғы көнөндә яҙғы һабантуй байрамы ла үткәрелә.

Башҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарылаБашҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарыла
Башҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарыла

Һабантуйҙың программаһы быуындан быуынға тапшырыла килгән бик күп йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙ эсенә ала. Байрамда милли музыка ҡоралдары яңғыраясаҡ, ижади коллективтар халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһаясаҡ, башҡорт аш-һыуы тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү, уҡ атыу һәм башҡа спорт ярыштары була, тип яҙа «Республика Башкортостан» гәзите.

«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшлекле дискуссиялар өсөн халыҡ-ара майҙансыҡ булып тора. Йыл һайын унда төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡытай, Иран, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркиә, Һиндостан һәм Италиянан делегациялар ҡатнаша. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.

Фото: Ринат Рәзәпов, «Республика Башкортостан» 

Башҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарыла
Башҡортостанда «Урал аръяғы» инвестиция форумы барышында Һабантуй уҙғарыла
Автор:
Читайте нас