-5 °С
Ясна
Малай һәм ҡыҙҙар иң тәүҙә И.Николаевҡа ҡуйылған обелиск тирәһен таҙартты – сүп-сарҙы йыйыштырҙы, һеперҙе, ҡороған ботаҡтарҙы һәм ҡыш дауамында йыйылған башҡа ҡыйҙы ситкә сығарҙы. Өмәлә ҡатнашыусылар күмәкләп эшләгәс, эш тә ыраны, тирә-яҡ күҙгә күренеп матурланып ҡалды.
Обелиск тирәһен тәртиптә тотоу – мөһим эш, ул ауылыбыҙҙың тарихын һаҡларға һәм тыныс тормош өсөн һәләк булғандарҙы хөрмәтләргә мөмкинлек бирә.
Был изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлебеҙ!