Икмәк—ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул, икмәкһеҙ тамаҡ та туймаған кеүек. Эйе, икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса оло быуын кешеләре яҡшы аңлай.
Аҙнай ауылы китапханаһында Икмәк көнө уңайынан матур сара ойошторолдо. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан Зөлфия Сафина бөгөнгө көндә лә ҡомалаҡтан ҡабарып торған икмәк бешерә. Был көндә лә уның хуш еҫле икмәге табын түренән урын алғайны. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡоймаҡ, ҡалас, ҡыҫтыбый, күмәс, йәймә, печенье һ.б тәмле ризыҡтар бешереп алып килгәйне.
Белеүебеҙсә, икмәк беҙҙең өҫтәлгә килгәнсе бик оҙон юл үтә. Иртә яҙҙан алып, йәйге селләләрҙә һәм ҡара көҙгәсә ялһыҙ-ялһыҙ эшләгән, иген үҫтереү өсөн көс һалған механизаторҙарыбыҙҙың хеҙмәтен онотмаһаҡ ине. Китапхананы күптән түгел ҡабул итеп алған Алевтина Әхмәтова икмәк тураһында китап күргәҙмәһе әҙерләгәйне, ул шулай уҡ табынығыҙҙың йәме булған ризыҡтың тарихы менән таныштырып үтте, башҡалар ҙа икмәк тураһындағы әйтем-мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Байрамға килеүселәр араһынан иң өлкәне булған Фәүзиә апай Әхмәтованың “Ҡара икмәк” (Ә.Атнабаев) шиғырын һөйләүе һәр кемде хисләндерҙе. Люциә апай Мырҙаханова ла үҙенең яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Шөкөр, бөгөн магазин кәштәләрендә икмәктең ниндәйе генә юҡ. Эйе, табындарыбыҙ мул ризыҡлы. Барыбыҙҙың да теләк бер: ил-көндәр тынысланып, һуғыш ҡырҙарында булған ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар ине.