– Һәр һалдаттың һәм офицерҙың тормошонда батырлыҡ ҡылыу мәле етеүе мөмкин. Ғаиләһе, Тыуған иле, яуҙаштары һәм тыныс халыҡ хаҡына. Тормош иптәшегеҙ, улығыҙ һәм атайығыҙ кеүек офицерҙар – әлеге ваҡытта сафта һәм алғы һыҙыҡта булған һәр кем өсөн намыҫ, һөнәри оҫталыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө. Шулай булды һәм шулай булып ҡалыр. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән полковник Колпаков Андрей Валерьевичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде, - тине Игорь Комаров, геройҙың ғаиләһенә награда тапшырғанда.
– Улыбыҙға ышанған егеттәргә, командованиеға рәхмәт. Улым менән ғорурланам, - тине Рәсәй Геройының атаһы, полковник Валерий Колпаков.
Махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн полковник Андрей Колпаков үлгәндән һуң «Рәсәй Геройы» исеме менән бүләкләнде. Сентябрҙә, дошмандың терәк пунктын тар-мар итеп, уның етәкселегендәге төркөм оборонаны өҙөүгә юл ҡуймай, ләкин ракета һөжүменә дусар була. Андрей Колпаков иптәштәрен окопҡа этеп индереп ебәрә, ә үҙе ике егетте кәүҙәһе менән ҡаплап, уларҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала.
Башҡортостанды ысын мәғәнәһендә геройҙарҙың тыуған ере тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгә Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашҡан 12 яугир юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, геройҙарҙың исемдәре мәңгелеккә илебеҙ һәм республикабыҙ тарихына яҙылды.
Башҡортостан геройҙарының махсус хәрби операция биләмәһендәге батырлығы тураһында «Башинформ» материалында уҡырға мөмкин.