Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә министрҙар кабинетына предприятиеларҙа студент отрядтарын эш менән тәьмин итергә ҡушты.
«Ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм айырыуса төҙөлөш министрлыҡтарынан профилле урынбаҫарҙар йәй көнө эшсе көстәрҙе йәлеп итеү тураһында предприятиелар менән эш алып барһын. Бынан һуң төҙөлөш отрядтары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашырбыҙ, йөкләмә бирербеҙ, йәштәр аҡса эшләһен әйҙә. Беҙҙең заманда йәй көнө ике ай эшләй инек, һуңынан шул аҡсаға туҡландыҡ, әйберҙәр һатып алдыҡ. Әлбиттә, юғары квалификациялы эш төрҙәре бар, әммә студент отрядтары башҡара алырҙай эштәр ҙә байтаҡ. Минең әле лә II разрядлы стропальщик танытмаһы ята. Йәштәрҙе уҡытырға кәрәк, уларҙың көс-дәрте ташып тора. Элегерәк был студент тормошоноң ғәҙәти күренеше ине», — тине Хәбиров.