Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Ноябрь , 18:54

Бөгөн — хыял, иртәгә — ысынбарлыҡ!

Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе йыл һайын урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнаша

Бөгөн — хыял, иртәгә — ысынбарлыҡ!
Бөгөн — хыял, иртәгә — ысынбарлыҡ!

ППМИ — бөгөнгө көндә бар Башҡортостан территорияһында уңышлы тормошҡа ашырыла торған урындағы инициативаларға теләктәшлек итеү программаһы. Был — райондарҙа, ауылдарҙа кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итeргә ярҙам итә торған яҡшы механизм. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың бик актив ҡатнашыуы, проектҡа аҡсаһын, тырышлығын, идеяларын тәҡдим итеүе мөhим. Был кешеләр өсөн үҙ ерҙәренең хужалары ролендә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге. Был осраҡта биләмә хакимиәте партнер сифатында сығыш яһай, был аларға халыҡ менән тигеҙ хоҡуҡлы hәм асыҡ диалог алып барырға, яҡташтарын ишетергә hәм уларға ярҙам итeргә мөмкинлек бирә. Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе әлеге программала ҡатнашты hәм ҡатнашыуын дауам итә. Беҙ программаға уңышлы керҙек hәм 2023 hәм 2024 йылдарҙа ППМИла яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек: Йылбулаҡтамаҡ ауылы Мәҙәниәт йортононоң тәҙрәләрен яңырттыҡ; янғын һүндереy техникаһы өсөн модулле бокс булдырҙыҡ.

2024 йылдың октябрь башынан Ҡасҡын ауылында йәшәүселәр тарафынан ППМИ-2025 проектында ҡатнашыуы буйынса әүҙем эш алып барыла. Ауылдың өҫтөнлөклө проблемаларын асыҡлау буйынса беренсел йыйылыштар hәм халыҡ араһында анкеталар үткәрелә. Ауылдаштар инициатив төркөмдөң ағзалары менән танышты, уның составында ауыл яҙмышына битараф булмаған кешеләр -  С.Г. Вилданова, З.Р. Ниғмәтуллина, А.Ф. Хәбирова, Ф.З. Ғәйзуллина, А.В. Ғәйзуллин тора. Бөгөн hәр кемдең ауылдың етди проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлеге бар, битараф, ситтән күҙәтеүсе булырға кәрәкмәй. Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу мөмкинлегенә айырым иғтибар бирәбеҙ hәм һеҙҙе ситтә ҡалмаҫҡа, ә Ҡасҡын ауылында йәшeселәрҙең конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу инициативаһын хупларға саҡырабыҙ. Проект тулыһынса тормошҡа ашырылғас hәм һеҙ үҙегеҙҙең ҡатнашыуығыҙҙың һөҙөмтәһен күргәс, мөмкин ҡәҙәр ярҙам иткән һр кемде ғорурлыҡ хисе биләп аласаҡ.

Рәсиф НИҒМӘТЙӘНОВ,

Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы.

Фото шәхси архивтан.

Бөгөн — хыял, иртәгә — ысынбарлыҡ!
Бөгөн — хыял, иртәгә — ысынбарлыҡ!
Бөгөн — хыял, иртәгә — ысынбарлыҡ!
Автор:
Читайте нас: