Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Ноябрь , 10:21

Бер ай эсендә

Әлшәй районында йәшәгән кеше мошенниктарға 16 миллиондан ашыу аҡса күсергән

Бер ай эсендә
Бер ай эсендә
Енәйәтселәр граждандарҙан аҡса алыу өсөн үҙҙәрен ҙкомпания хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыра.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән урындағы предприятиеларҙың директоры мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәт итеүсе мошенниктарға «МТС» кәрәҙле элемтә ҡушымтаһын яңыртыу һәм мошенниклыҡ ғәмәлдәрен булдырмаҫ өсөн ҙур күләмдә аҡса биргән.

Тәүге мәғлүмәттәр буйыса, октябрь башында етәксегә билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан, аүулар үҙҙәрен кәрәҙле элемтә операторҙары тип таныштырған. Шылтыратыусылар ауыл кешеһенең мобиль ҡушымтаның иҫке версияһын ҡулланыуын хәбәр иткән һәм яңыһын урынлаштырыуҙа ярҙам итергә тәҡдим иткән. Мөрәжәғәт итеүсене смартфон экранын күрһәтеү функцияһын эшкә егергә күндереп, енәйәтселәр уның шәхси мәғлүматтәренә эйә булған.
 
Күпмелер ваҡыттан зыян күреүсегә йәнәһе банк хеҙмәткәренән шылтыратыу килә, ул уның исеменә кредит алыуға ғариза бирелеүен хәбәр итә. Ғаризаларҙы ғәмәлдән сығарыу өсөн был кешенең үҙенә кредит алырға кәрәк, имеш.

Ай дауамында был кеше мошенниктарға 16 миллион һум аҡса күсергән. Шуның уныһы - үҙенеке, ҡалғаны - кредит.

Һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған номерҙан шылтыратыусы менән һөйләшмәгеҙ!

Фото: башинформ

Бер ай эсендә
Бер ай эсендә
Автор:
Читайте нас: