Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Декабрь 2024, 08:11

Берҙәм эшләйҙәр

Битараф булмаған ауыл кешеләренең әүҙемлеге hәм уларҙың Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе хәкимиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә бөгөн күп кенә социаль-иҡтисади проблемалар хәл ителә

Берҙәм эшләйҙәр
Берҙәм эшләйҙәр

Ришат Әхмәтшин унынсы йыл Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе менән етәкселек итә. Беҙ уның менән уҙып барыусы 2024 йылдың ниндәй булыуы hәм ерле yҙидара органының алдағы Яңы йылға пландары тураһында һөйләшәбеҙ.

—Быйылғы йыл ябай булманы, хатта күп сәбәптәр арҡаһында ҡатмауры ла булды, — ти Ришат Нуриман улы. — Былар — властың барлыҡ дәрәжәләрендә ҡырыҫ финанс сәйәсәте лә, Рәсәй Федерация Конституцияһында яҙылған территорияларҙы азат итеү буйынса илебеҙҙә барған махсус хәрби операция ла, беҙҙең өс ауыл — Бикҡол, Дүсән һәм Ҡаныҡайҙағы насар демографик хәл дә. Әммә беҙ, районда йәшәүселәрҙең  барыһы кеүек үк, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайбыҙ. Һөҙөмтәле эшләргә hәм әлеге ауырлыҡтарҙы даими рәүештә еңеп сығырға тырышабыҙ. Был эштә миңә беҙҙең ауыл советының ҙур булмаған берҙәм коллективы ярҙам итә. Бында тәжрибәле хеҙмәткәр Зилиә Рит ҡыҙы Сәлихова һигеҙ йыл инде  эштәргә идара итеүсе булып эшләй. Шулай уҡ Лилиә Фәнил ҡыҙы Ҡыямова бында алты йылға яҡын эшләй, ул һалым түләү буйынса яуаплы. Йәштәр сәйәсәте буйынса белгес — әүҙем hәм тырыш Рәйлә Рафаэль ҡыҙы Садрова. Техник хеҙмәткәр булып эшләүсе Айгөл Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Сәлихова ла үҙ бурысын намыҫ менән башҡара.

Ауылдар эсендә даими ремонт, грейдер үткәреү һәм өҫтәмә таш һалыу талап итә торған урам юлдары проблемалы булып ҡала. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса зарланыуҙар бик күп түгел. Бында, әйтергә кәрәк, бар ерҙә энергия һаҡлаусы лампалар урынлаштырылған. Ләкин шуныһын да әйтергә кәрәк: ете километр оҙонлоҡта ҡайһы бер урамдарҙы яҡтыртыу линияһы етешмәй. Һәм улар киске-төнгө ваҡытта яҡтыртылмай.

— Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡының көндәлек тормошонда урындағы башлангыстарға теләктәшлек белдереү программаларының (ППМИ) активлашыуы менән барыһы ла килешер. Улар кешеләрҙе тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙең актуаль проблемаларын хәл итеүҙә берләшергә мәжбүр итә, — тип дауам итә Ришат Әхмәтшин. — 2025 йылда Ҡаныҡай ауылы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһау мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ППМИҙа ҡатнашырға уйлайбыҙ. Бында бинаның тышҡы яғын йылытырға hәм уны сайдинг менән көпләргә, шулай уҡ тәҙрәләрҙе алыштырырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа беҙ ауыл ерендә йәшәүселәрҙең ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә заманса матур обелисктар ҡуя алдыҡ. Быйыл яҙ башында Ҡаныҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен 1976 йылда тамамлаусылар Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы уңайынан бергәләп буласаҡ паркка нигеҙ һалды. Yҫентеләр барыһы ла буйға күтәрелде. Йәш шыршы үҫентеләрен һатып алыу һәм клубтың артҡы яғын уратыу өсөн аҡсаларҙың 30 проценты сығарылыш класс уҡыусыларынан, ә 70 проценты ауыл советы аҡсаһынан йыйылды. Ҡыҫҡаһы, ауылға инеү юлында бик матур парк барлыҡҡа килде!

Ауыл биләмәһе хакимиәтенең Дүсән ауылы халҡы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә яҡшы ниәтле актив атмосфера туа, улар фиҙаҡәр рәүештә теләһә ниндәй әһәмиәтле эшкә әҙер. Халыҡ көсө hәм аҡсаһына урындағы мoсолман мәсетенең тәҙрәләре алыштырылды. Бында йыл һайын ниндәй ҙә булһа яңыртыу эштәре бара: түбә йылытылды, йылытыу торбалары алыштырылды hәм һыуүткәргес линияһы алыштырылды. Быйыл Дүсән ауылында йәшәүселәр аҡсаһына мәктәп биләмәһендә МХОла hәләк булған Ришат Рифәт улы Низамовҡа бағышланған яңы обелиск урынлаштырылды.

Ришат Әхмәтшин билдәләп үтеүенсә, барлыҡ өс ауылда ла МХО-ла йөрөүселәргә ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр төркөмдәре эшләй. Әммә иң әүҙеме - Дүсәндәр. Бында яугир яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләүҙе Рәзимә Зәйнулла ҡыҙы Сәмиғуллина ойоштора. Уның тырышлығы менән был эш бында яҡшы бара. Дүсәндәр һәләк булған геройҙары — һуғышсы-афғансы Марсель Кашаповты ла онотмайҙар hәм йыл һайын уның хөрмәтенә  волейбол ярыштары үткәрәләр. Уның спонсоры — «Марс» йәмғиәте директоры Бәҙретдинов Рөстәм Рәмзил улы. Әле Дүсәндәр «ҡыҙыл паша» Кәрим Хәкимовтың юбилейына әҙерлeнә.

— Ҡыҙғаныс, балалар аҙ булыу сәбәпле, Бикҡол, Дүсән мәктәптәре ябылды, ә Ҡаныкайҙа башланғыс кластар ғына ҡалды, — ти Ришат Нуриман улы. — Балалар тауышы hәм урамда уйнаусы балалар теләһә ҡайһы ауылдың йәме булып тора. Республика хөкүмәте hәм район хакимиәте ярҙамы менән уҙған йылда Дүсән ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты (ФАП) асылды, ә бер йыл элек Бикҡол ауылында ФАП асылғайны. Шулай уҡ Ҡаныҡай ауылында ла ФАПты яңартырға теләйбеҙ. Ҡаныҡай ауылында йәшәүселәр мәсет төҙөргә лә теләй, ауыл халҡы әлеге изге эш өсөн аҡса йыйырға риза. Минеңсә, ауыл халҡы ҡатнашлығында уйланылған барлыҡ пландарҙы ла тормошҡа ашырырбыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

автор фотоһы. 

Берҙәм эшләйҙәр
Берҙәм эшләйҙәр
Автор:
Читайте нас: