Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Декабрь 2024, 12:37

Байрам табынына тәмле салаттар

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Хужабикәләр табын әҙерләү хәстәре менән яна ла башлағандыр инде. Һеҙгә бер нисә салат рецептарын тәҡдим итәбеҙ.

Байрам табынына тәмле салаттар
Байрам табынына тәмле салаттар
 
Байрам  салаты
 
- 200 грамм консервланған ананас,
- 150 грамм шампиньон бәшмәге,
- 100 грамм сыр,
- бер ыҫланған тауыҡ бото,
- өс йомортҡа,
- бер баш һуған, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике аш ҡалағы майонез, тоҙ кәрәк буласаҡ.
 
Башта бәшмәк менән һуғанды турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ, самалап тоҙ өҫтәйбеҙ. Бер аҙ һыуынғас, тауыҡ итен, бешереп һыуытылған йомортҡаларҙы турайбыҙ. Ананас менән ҡырылған сыр ҡушабыҙ. Майонез өҫтәп, бөтә ингриедиенттарҙы бергә болғатабыҙ.
Матур һауытҡа һалып ананас, гранат менән биҙәп өҫтәлгә ҡуябыҙ. 
 

“Ҡыҙыл диңгеҙ” салаты

Кәрәк: 250 гр диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаһы, 2-3 помидор, 1 ҡыҙыл болғар боросо (уны ҡушмаһаң да була),150 гр ҡаты сыр, 2 төш һарымһаҡ, майонез.

Әҙерләү: диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын оҙонса итеп киҫәбеҙ. Помидорҙың эсен алып, һутынан таҙартып, шулай уҡ оҙонсалап турайбыҙ. Боросто таҙартып, оҙонса итеп киҫәбеҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, майонез менән бергә һәйбәтләп бутайбыҙ.

 
 
"Сәғәт" салаты
 
300 г тауыҡ ите, 5 йомортҡа, 150 г ҡара емеш, 100 г әстрхан сәтләүеге, 100 г сыр, майонез, тоҙ алына.
 
Тауыҡ итен бешереп алабыҙ, һыуытабыҙ, ваҡ итеп турайбыҙ. Йомортҡаның ағын-һарыһын айырып, ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сәтләүекте блендер менән иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Тәрилкә төбөнә тауыҡ итен теҙеп һалып, тоҙлап, майонез менән һылап ҡуябыҙ. Уның өҫтөнә йомортҡа һарыһын, уның өҫтөнә ҡара емеш, сыр, сәтләүек, йомортҡа ағын ҡатлап һалабыҙ. Һәр ҡатты йоҡа ғына итеп майонез менән һылайбыҙ. Сәғәт телдәрен бешкән кишерҙе ҡырҡып яһайбыҙ.

Кириешки менән салат

Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫланған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла.

“Көнбағыш” салаты

 1 тауыҡтың түш ите, 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, 3 йомортҡа, 150 г сыр, зәйтүн, майонез, чипсылар кәрәк.

Тауыҡ итен һәм йомортҡаларҙы бешерегеҙ, бәшмәк менән һуғанды табала ҡыҙҙырып алығыҙ. Хәҙер салатты теҙә башлайбыҙ.
Һауыт төбөнә туралған тауыҡ итен теҙегеҙ, майонез яғығыҙ; икенсе ҡатҡа өҫтөнә майонез яғылған шампиньон менән һуған һалына; өсөнсө ҡат эре ҡырғыста ҡырылған йомортҡанан тора, шулай уҡ майонез яғығыҙ; дүртенсе ҡат - ваҡ ҡырғыста ыуылған сыр. Уның өҫтөнә майонез яғылмай.
Зәйтүнде дүрткә бүлегеҙ, сыр өҫтөн биҙәгеҙ. Өстәлгә ҡуйыр алдынан көнбағыш ситтәренә чипсылар теҙеп сығығыз, уртаға ваҡ ҡырғыста ыуылған йомортҡа һарыһын һибегеҙ. «Көнбағыш» салаты әҙер!

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Байрам табынына тәмле салаттар
Байрам табынына тәмле салаттар
Байрам табынына тәмле салаттар
Автор:
Читайте нас: