Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы емештәр

Һалҡын тейеүҙән ниндәй емеш-еләк ярҙам итер?

Ҡышҡы емештәр
Ҡышҡы емештәр

Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.ң

Һалҡын тейгәндә ауырыу көсәйеп китмәҫ борон туҡтатыу өсөн бик шифалы эсемлек бар. Ул тиҙ арала ауырыуҙың тәүге билдәләрен бөтөрөргә ярҙам итер. Уны әҙерләү өсөн бер әфлисун,  бер грейпфрут, бер лимон, бер   һарымһаҡ киҫәге, 3 – 4 см ҙурлығындағы имбирь тамыры һәм 1,5 ҡалаҡ зәйтүн майы кәрәк буласаҡ.

Лимон, грейпфрут менән әфлисундың һутын һығып, ҡырғыстан үткәрелгән  имбирь тамырын, зәйтүн майы һәм төйөлгән һарымһаҡты ҡушып, яҡшы итеп  бутарға. Әҙер төнәтмәне иртәнге аштан һуң бер тынала эсеп ҡуйырға. Имбирь дәрт өҫтәй, һарымһаҡ менән С витамины инфекцияға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, цитрустарҙағы биофлаванидтар  көс өҫтәй, зәйтүн майы организм күҙәнәктәрен һаҡлай һәм эсемлектең тәмен йомшарта.

Һәр ваҡытта ҡул аҫтында ҡурай еләге булырға тейеш. Ул. һис һүҙһеҙ, һыуыҡ тейеүгә ҡаршы файҙалы. 

Ҡышҡы емештәр
Ҡышҡы емештәр
Автор:
Читайте нас: