Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Ғинуар , 21:07

Телефондағы уйын арҡаһында әсәһен аҡсаһыҙ ҡалдырған

9 йәшлек малай бер популяр уйында аҡса оторға теләп, әсәһенең 500 мең һум аҡсаһын мошенниктарға күсергән.  

Телефондағы уйын арҡаһында әсәһен аҡсаһыҙ ҡалдырған
Телефондағы уйын арҡаһында әсәһен аҡсаһыҙ ҡалдырған

Башҡортостанда 9 йәшлек малай бер популяр уйында валюта отоу ниәте менән, әсәһенең 500 мең һум аҡсаһын мошенниктарға күсергән. Аферистар ҡушҡанса, бала әсәһенең телефонында "бер нисә ябай эште үтәргә" тейеш булған.

Ҡатын улының шикле гамәлдәрен 3 ғинуар кисендә күреп ала: малай уның кеҫә телефонынан банк ҡушымтаһына керергә тырыша. Ул уның ҡулынан телефонын тартып ала, шәхси кабинетына керергә теләй, әммә ҡушымта һәм аккаунт инде блокланған була.
Малай Ибраһим исемле кешегә бер нисә тапҡыр аҡса күсерүен әйтә. Бала мессенджерҙа "Роблокс" валютаһы уйнатыла торған канал тапҡан һәм "ҡатнашам" тигән төймәгә баҫҡан. Уйында робакстар алыу өсөн балаға "бер нисә операция үтәргә кәрәк була. Малай барыһын да мутлашыусылар ҡушҡан инструкция буйынса эшләй: әсәһенең телефонынан шәхси счеттарының скриншотларын  ебәрә, маркетплейста 75 мең һумға ике сертификат һатып ала һәм активлаштырыу кодтарын әйтеп бирә. Унан һуң әсәһенең барлыҡ аҡсаларын сит картаға күсерә.
Ҡатын полицияға ғариза яҙған. Дөйөм зыян 504 мең һум тәшкил иткән.

"Мошенниклык" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башинформ.

Телефондағы уйын арҡаһында әсәһен аҡсаһыҙ ҡалдырған
Телефондағы уйын арҡаһында әсәһен аҡсаһыҙ ҡалдырған
Автор:
Читайте нас: