2025 йылда бала ҡарау буйынса пособиенең максималь күләме айына 68 995,48 һум тәшкил итә. Был алдағы йылдарға ҡарағанда шаҡтай күберәк. Бындай күләм йәш ата-әсәгә, финанс ауырлыҡтарҙан ҡурыҡмайынса, бала менән күберәк ваҡыт үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.Пособие алырға кемдең хоҡуғы бар?
а) Баланың әсәһе: эшләүсе дә, эшләмәүсе лә.
б) Баланың атаһы: әгәр ул фактта бала ҡарай икән.
в) Баланың өләсәһе-олатаһы: эшләмәү һәм бала ҡарау шарты менән. Пособие күләме нисек иҫәпләнә?
Бала ҡарау буйынса пособие күләме хеҙмәткәрҙең алдағы ике йылдағы уртаса хеҙмәт хаҡының 40 проценты булараҡ иҫәпләнә. Ләкин, әгәр алынған пособие күләме минималь күләмдән кәмерәк булһа, минималь сумма түләнә. Әгәр ул максималь күләмдән артып китһә, максималь сумма түләнә. Пособиены нисек рәсмиләштерергә?Пособиены рәсмиләштереү өсөн йәшәү йәки эшләү урыны буйынса Рәсәй Социаль фонды бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән түбәндәге документтар булырға тейеш:
1) Паспорт;2) Баланың тыуыу тураһында таныҡлығы;3) Алдағы ике йыл өсөн керемдәр тураһында белешмә.
kiziltan.ru