Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Ғинуар , 14:31

Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды

2025 йылдың ғинуарынан сит ил кешеләренең Рәсәйҙә визаһыҙ булыу ваҡыты йылына 90 тәүлеккә тиклем ҡыҫҡартылды, тип хәбәр итә РФ Сит ил эштәре министрлығыны Өфөләге вәкиллеге.

Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды
Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды

Элек сит ил граждандары Рәсәйҙә 180 тәүлеккә тиклем була алғайны. Закон сығарыусылар фекеренсә, был лимитты ҡыҫҡартыу законһыҙ хеҙмәт миграцияһы кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк.

Миграция ҡануниәтендәге был үҙгәрештәр Рәсәйгә виза талап итмәгән тәртиптә килгән сит ил кешеләренә генә ҡағыла. Мигранттарҙың илдә булыу ваҡытын оҙайтыу өсөн законлы нигеҙ тыуғанда ғына был ҡағиҙәгә ҡаршы килеп буласаҡ.

Әгәр мигрант йәшәү ваҡытын боҙһа, уға өс йыл дауамында Рәсәйгә инеү тыйыласаҡ.

Фото: МИД РФ

Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды
Мигранттарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡартылды
Автор:
Читайте нас: