-12 °С
Болотло
Рәсәй президентының «Остаз көнө тураһында» тейешле указ проекты Федераль норматив акттар проекттары порталында баҫылған.
Проектты Рәсәй Мәғариф министрлығы әҙерләгән. Остаз көнөн 2 мартта билдәләргә тәҡдим ителә.
«Остаз көнө 2018 йылдың 2 мартында Рәсәй Федерацияһы президентының «Остазлыҡ өсөн» отличие билдәһен булдырыу тураһында» указына ҡул ҡуйылған көнгә, шулай уҡ Рәсәйҙә фәнни педагогикаға нигеҙ һалған Ушинский Константин Дмитриевич тыуған көнөнә (1823 йылдың 2 марты) тәғәйенләнде», — тиелә документҡа аңлатма яҙмаһында.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан Башлығы яңы байрам – Ҡурай көнөн булдырҙы.